МИҺРАНОВ Марс Шәрифулла улы (6.3.1964, БАССР‑ҙың Белорет р‑ны Йөйәк а.), инженер‑механик. Техник ф. д‑ры (2007). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1987) шунда уҡ эшләй: 2000—03 йй. һәм 2005 й. алып авиация технология системалары ф‑ты деканы урынбаҫары, 2015 й. башлап механизм һәм машиналар ҡороу нигеҙҙәре каф. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге металдарҙы ҡырҡып эшкәртеү ваҡытындағы тиң булмаған процестар термодинамикаһын, юғары т‑ралағы трибобәйләнештәрҙәге контактлы күренештәрҙе өйрәнеүгә бәйле. М. тарафынан ҡырҡыу зонаһында йылылыҡ физикаһы процестарының моделдәре яһала, металл ҡырҡҡыс инструменттар өсөн күп ҡатламлы ҡаплауҙар эшләнә, наноструктур ҡаплауҙарҙың өҫкө йөҙ ҡатламдары структураһының ҙур тиҙлек м‑н эшкәртеү шарттарына яраҡлашыуы асыла. Уйлап табыуҙары БР‑ҙың машиналар эшләү пр‑тиеларында индерелгән. 270‑тән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 4 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Интенсификация процесса металлообработки на основе использования эффекта самоорганизации при трении. М., 2005 (авторҙ.); Покрытия и смазка в высокотемпературных подвижных сопряжениях и металлообработке. М., 2008 (авторҙ.); Повышение износостойкости инструментов на основе интенсификации процессов адаптации поверхностей трения при резании металлов. Уфа, 2011.

Л.Ш.Шустер

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.