МУСА, Т а ң ғ ы р, Күгәрсен р‑нындағы ауыл, Яңы Петровка а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 11 км һәм Мәләүез т. юл ст. К.‑Көнс. табан 77 км алыҫлыҡта Оло Эйек й. (Һаҡмар й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 92 кеше; 1920 — 90; 1939 — 120; 1959 — 234; 1989 — 120; 2002 — 118; 2010 — 103 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Клуб бар. Ауылға 18 б. 2‑се ярт. Нуғай даруғаһы Ҡара‑Ҡыпсаҡ улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсе Муса Иманаев исеме м‑н аталған. 1795 й. 3 йортта 28 кеше йәшәгән, 1866 й. 17 йортта — 66 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке