МУСА, Бишбүләк р‑нындағы ауыл, Баҙлыҡ а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 15 км һәм Приют т. юл ст. К.‑Көнс. табан 58 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 266 кеше; 1959 — 201; 1989 — 87; 2002 — 115; 2010 — 91 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар. Ауылға 1922 й. Бәләбәй кантонында ш. уҡ кантондың Баҙлыҡ‑Васильевка а. (хәҙ. Баҙлыҡ а.) кешеләре ҡасаба булараҡ нигеҙ һала. 2005 й. хәҙ. статусын ала. Т.И.Ахунйәнов ошо ауылда тыуған. 

Т.И.Әминев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке