МУРЗИН Даян Баян улы [20.12. 1921, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Иҫке Балыҡлы а. (БР‑ҙың Баҡалы р‑ны) — 9.2.2012, Өфө], дәүләт эшмәкәре. РСФСР‑ҙың атҡ. юрисы (1972). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Рига хәрби уч‑щеһын (1941), Бөтә Союз ситтән тороп уҡыу юридик ин‑тын (Мәскәү, 1955) тамамлаған. 1941 й. Төньяҡ-Көнбайыш фронттың 10‑сы уҡсылар див. хеҙмәт итә. 1942 й. алып Украина, Белоруссия һәм Молдавияла партизан отрядта‑ ры ойоштороусыларҙың һәм етәкселәрҙең береһе. 1944 й. авг. башлап Чехия һәм Моравияла Ян Жижка ис. интернациональ партизан бригадаһының штаб нач., 1944 окт. — 1945 й. майында командиры. 1948 й. алып БАССР‑ҙың прокуратура органдарында (1962 й. алып эске эштәр министры урынбаҫары), 1969— 85 йй. Башҡ‑н адвокаттар коллегияһы президиумы рәйесе, 1987—90 йй. Интернациональ дуҫлыҡ музейы дир. (Өфө). Ҡыҙыл Байраҡ (1942), 1‑се (1985) һәм 2‑се (1955) дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ (1943), сит ил орд. м‑н бүләкләнгән. М. исеме м‑н Баҡалы а. (Баҡалы р‑ны) урам аталған, Злин ҡ. (Чехословакия) уға — һәйкәл, Донецк ҡ. мемориаль таҡтаташ ҡуйылған, “Ҡара генерал” (“Чёрный генерал”) документаль фильмы бағышланған.

Х е ҙ м.: Долг, выполненный с честью. Уфа, 1997; Фронт в тылу врага. Уфа, 2005.

Әҙәб.: Г о ф м а н Г. Ҡара генерал: по‑ весть. Өфө, 1993; Х о л и н А.И. Герой из легенды. Донецк, 2006. Г.Т.Хөсәйенова

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке