МУРАВЕЙ, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл, Казадаевка а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. Т. табан 11 км алыҫлыҡта Ҡуғанаҡ й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 179 кеше; 1959 — 258; 1989 — 154; 2002 — 179; 2010 — 218 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Ауылға 20 б. 20‑се йй. Стәрлетамаҡ кантонында “Муравей” а.х. ширҡәте булараҡ нигеҙ һалына. 1925 й. 7 йорт иҫәпкә алынған. 30‑сы йй. алып ҡасаба булараҡ тер‑ кәлә, 2005 й. хәҙ. статусын йөрөтә. 

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке