АНТИПИН Иван Алексеевич (11.9.1921, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Еҙем а., хәҙ. БР‑ҙың Архангел р‑ны Ҡыҙыл Еҙем а., — 21.12.2005, Луцк ҡ., Украина), лётчик, Украина Ҡораллы һауа көстәре генерал‑майоры (2004). Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында, 1950—53 йй. Корея һуғышында ҡатнашыусы. Хәрби‑һауа акад. тамамлаған (Мәскәү өлк. Монин ҡасабаһы, 1956). 1941 й. алып Совет Армияһында. 1942—45 йй. Калинин, Воронеж, 2‑се Ялан һәм 1‑се Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 5‑се һауа армияһы 1‑се штурмлау авиация корпусы 292‑се штурмлау авиация див. 667‑се штурмлау авиация полкы лётчигы лейт. А. 16 һауа һуғышында дошмандың 7 самолётын юҡ иткәне (1944 й. ғин. ҡарата) өсөн лайыҡ була. 1968 й. алып запаста. Ленин (1944), Ҡыҙыл Байраҡ (1943 й. 1 һәм 30 сент.), Александр Невский (1944), 1‑се (1944, 1985) һәм 2‑се (1944) дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ (1956) орд., сит ил орд. м‑н бүләкләнгән.

Хеҙм.: Война по вiтри. Луцк, 2004.

Ғ.Һ.Булатов, Г.Т.Хөсәйенова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке