МУЛЛАНУР, Баҡалы р‑нындағы ауыл, Иҫке Маты а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 23 км һәм Туймазы т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 98 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 208 кеше; 1959 — 184; 1989 — 160; 2002 — 158; 2010 — 121 кеше Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Яңы Маты төп мәктәбе филиалы) бар. Ауылға 1928 й. Бәләбәй кантонында шул уҡ кантондың Тыпый а. (хәҙ. Илеш р‑нында) кешеләре бүлендек ауыл булараҡ нигеҙ һала. 

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке