МӘҮЛИТОВА Мәғрифә Зәки ҡыҙы [27.8.1913, Өфө губ. Өфөөйәҙе Түб. Ләмәҙ а. (БР‑ҙың Иглин р‑ны) — 7.10.2004, Өфө], инженер‑технолог. РСФСР‑ҙың атҡ. нефть һәм газ сәнәғәте эшмәкәре (1982), БАССР‑ҙың атҡ. нефтсеһе (1967), СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1973). Мәскәү химия‑технология ин‑тын тамамлағандан һуң (1936) Өфө НЭЗ‑ында эшләй. 1939 й. алып ВЛКСМ‑дың Башҡ‑н өлкә ком‑тында эшсе йәштәр бүлеге мөдире, 1940 й. — Башнефтекомбинат Үҙәк ғилми‑тикшеренеү лаб. өлкән химигы, мөдире. 1945 й. алып “Башнефтехимзаводы” ПБ‑ның производство‑техник бүлеге өлкән инженеры. 1947 й. башлап Өфө нефть сәнәғәте ғилми‑тикшеренеү ин‑ты дир., 1956—87 йй. — Башҡ‑н нефть ғилми‑тикшеренеү һәм проект ин‑ты лаб. мөдире. Фәнни хеҙмәттәре промыслаларҙа нефтте әҙерләү проблемаларына арналған. М. етәкс. тармаҡта тәүге тапҡыр ятҡылыҡтарҙағы нефтте һыу һыҙландырыу, тоҙһоҙландырыу һәм стабилләштереү технологиялары эшләнә; эмульсияларҙың физик‑химик үҙенсәлектәре тикшерелә, нефтте һәм газды көкөртлө водородтан таҙартыу, нефтле ташландыҡтарҙы йыйыу һәм утилләштереү ысулдары һ.б. табыла. 200‑гә яҡын фәнни хеҙмәт һәм 4 уйлап табыу авторы. РСФСР ЮС‑ының 1—2‑се саҡырылыш, БАССР ЮС‑ының 3—4‑се саҡырылыш депутаты. Ленин (1970), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1948, 1959) орд. м‑н бүләкләнгән.

Х е ҙ м.: Опыт подготовки нефти на промыслах Башкирии. Уфа, 1966 (авторҙ.). 

А.Н.Кусеев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке