МУЛЛАҠАЙ, Й ә р е м б ә т, Архангел р‑нындағы ауыл, Арх-Латыш а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 9 км һәм Приуралье т. юл ст. К.‑Көнс. табан 15 км алыҫлыҡта Аҫҡын й. (Инйәр й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 283 кеше; 1920 — 470; 1939 — 712; 1959 — 381; 1989 — 235; 2002 — 228; 2010 — 201 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Мәҙәниәт йорто бар. Ауылға Нуғай даруғаһы Ҡумрыҡ- Күрпәс-Табын улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1737 й. алып билдәле. 1795 й. 24 йортта 125 кеше йәшәгән, 1865 й. 40 йортта — 190 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. 1906 й. мәсет, һыу тирмәне теркәлгән. 1920 й. М. ауылы һәм Муллакаевский утары иҫәпкә алынған. 1939 й. М. ауылында 436 кеше, Муллакаевский а. 276 кеше йәшәгән. 50‑се йй. алып хәҙ. исем м‑н бергә иҫәпкә алыналар. Ә.Х.Дәүләтҡолов, Р.Ғ.Сәйфуллин, Э.М.Юлбарисов ошо ауылда тыуған. 

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке