МӘҮЛИТОВ Рыфат Рәхмәтулла улы [20.3.1926, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Шланлыкүл а. (БР‑ҙың Бүздәк р‑ны) — 26.3.2000, Өфө], инженер‑технолог. РФА‑ның мөхбир ағзаһы (1991), техник ф. д‑ры һәм проф. (1975). РСФСР‑ҙың (1990) һәм БАССР‑ҙың (1972) атҡ. фән һәм техника эшмәкәре. М.Р. Мәүлитовтың ағаһы. ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1949) шунда уҡ эшләй: 1960—61 йй. фәнни һәм уҡытыу эштәре б‑са проректор, 1961—92 йй. — ректор, бер үк ваҡытта 1973—94 йй. материалдар ҡаршылығы каф. мөдире, 1992— 2000 йй. — Механика ин‑ты директоры. Фәнни эшмәкәрлеге деформацияланыусы ҡаты есем механикаһы проблемаларына арналған. М. тарафынан конструкциялар элементтарында көсөргәнешлектең тупланыуы б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелә, ҡаты есемдәрҙе йәбешкәк‑һығылмалы‑пластик деформациялауҙың стационар булмаған процестары механикаһының физик‑матем. моделдәре һәм һанса ысулдары эшләнә. Ул ябай һәм ҡатмарлы йөкләндереү ваҡытында көсөргәнештең тупланыуы һәм деформацияланыуҙың һыҙыҡлы булмаған мәсьәләләренең сиселештәрен таба; авиация конструкцияларының йылылыҡ көсөргәнеше булған элементтарын (уларҙың йөкләнеш алыу характерын, ш. уҡ конструкция материалдарының һыҙыҡлы булмаған үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып) проектлауға, иҫәпләүгә һәм ныҡ ышаныслы булыуын тәьмин итеүгә яңы ҡарашты нигеҙләй. Уйлап табыуҙары машиналар эшләү конструкцияларын проектлағанда һәм иҫәпләгәндә ҡулланыла. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 5 уйлап табыу авторы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971, 1981), “Почёт Билдә .е” (1967, 1976) орд. м‑н бүләкләнгән. 2000 й. БР ФА уның исемендәге премия булдыра. М. исеме Механика институтына бирелгән. Өфөлә ӨДАТУ‑ның төп корпусы бинаһына (2006) һәм ул йәшәгән йортҡа (2011) мемориаль таҡтаташтар ҡуйылған. 2006 й. алып Мәүлитов уҡыуҙары үткәрелә.

Х е ҙ м.: Повышение прочности и надёжности резьбовых соединений. М., 1979 (авторҙ.); Сопротивление материалов. М., 1994 (авторҙ.); Концентрация напряжений в элементах конструкций. М., 1966 (авторҙ.).

 

В.С.Жернаков

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке