МӘҮЛИТОВ Миҙхәт Рәхмәтулла улы [16.2.1928, БАССРҙың Бәләбәй кантоны Шланлыкүл а. (БРҙың Бүздәк рны) — 8.12.2000, Өфө], тау инженеры. БР ФАның мөхбир ағзаһы (1995), техник ф. дры (1973), проф. (1974). РСФСРҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1988), БАССРҙың атҡ. нефтсеһе (1973), СССРҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1978), СССРҙың Газ сәнәғәте министрлығы отличнигы (1988), СССРҙың почётлы нефтсеһе (1978). Р.Р.Мәүлитовтың ҡустыһы. ӨНИне тамамлаған (1950), 1951 й. алып шунда уҡ эшләй, 1959—62 йй. таунефть фты деканы, 1964—98 йй. нефть һәм газ скважиналарын быраулау каф. мөдире, бер үк ваҡытта 1965—70 йй. фәнни эштәр бса проректор. 1989— 91 йй. ӨНИ эргәһендәге “Азимут” конструкторлыҡтехнология бюроһы директоры. Фәнни эшмәкәрлеге нефтьгаз ятҡылыҡтарын эшкәртеү проблемаларына арналған. М. етәкс. нефть, газ скважиналарын быраулау һәм үҙләштереү өсөн көйләнә торған (физикхимик, гидродинамик ысулдар мн) кольматация технологияһы эшләнгән. Уның ҡатнашлығында инденторҙарҙы батырып индергәндә ҡаты һығылмалы тау тоҡомдарының һикерешле емерелеүе билдәләнә, скважина үҙәген йыуғанда һәм быраулағанда забойға тулҡын рәүешендә тәьҫир итеүөсөн техник саралар һәм технологиялар, быраулау инструменттарының терәктәре һәм резьбалары өсөн майҙар, быраулау иретмәләре өсөн май өҫтәмәләре табыла. Тикшеренеү һөҙөмтәләре БРҙың, РФтың башҡа төбәктәренең һәм БДБ илдәренең нефть сығарыу пртиеларында индерелгән. 500гә яҡын фәнни хеҙмәт һәм 100ҙән ашыу уйлап табыу авторы. РФ Хөкүмәтенең фән һәм техника өлкәһендәге пр. (2000), И.М.Губкин ис. пр. (1973, 1980) лауреаты. “Почёт Билдәһе” орд. мн бүләкләнгән (1976).

Х е ҙ м.: Разрушение горных пород при бурении. М., 1978; Технология бурения глубоких скважин. М., 1982 (авторҙ.); Смазочное действие сред в буровой технологии. М., 1993 (авторҙ.). 

Ф.Ә.Әғзәмов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке