МУЛЛАҠАЙ, И ҫ к е М у л л а ҡ а й, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл, Яңы Муллаҡай а/с ҡарай; пристань. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 24 км һәм Щучье Озеро т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 173 км алыҫлыҡта Ҡариҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 182 кеше; 1920 — 265; 1939 — 324; 1959 — 263; 1989 — 261; 2002 — 124; 2010 — 108 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар. Ауылға 19 б. аҙ. үҙ ерҙәрендә Бөрө өйәҙе Балыҡсы улусы Билгеш а. (хәҙ. Асҡын р‑ны) башҡорттары нигеҙ һала. 1896 й. 25 йортта 155 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 3 бакалея кибете, мөгәзәй булған. 1906 й. мәсет, 2 бакалея кибете теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке