МУЛЛАҒОЛ, Б ү р ә ш, Мәләүез р‑нындағы ауыл, Аптраҡ а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Мәләүез т. юл ст. К.‑Көнс. табан 21 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 177 кеше; 1920 — 300; 1939 — 190; 1959 — 213; 1989 — 151; 2002 — 144; 2010 — 155 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Ауылға Нуғай даруғаһы Бошман-Ҡыпсаҡ улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 18 б. аҙ. алып билдәле. 1795 й. 15 йортта 144 кеше йәшәгән, 1865 й. 42 йортта — 172 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. 

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке