МУЛЛА, Борай р‑нындағы ауыл, Әжәк а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 10 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 78 км алыҫлыҡта Сүлйе й. (Тере Танып й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 2494 кеше; 1920 — 2309; 1939 — 1166; 1959 — 700; 1989 — 474; 2002 — 381; 2010 — 336 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, мәсет бар. Ауылға 1657 й. Уҫы даруғаһында мишәрҙәр нигеҙ һала. Һуңыраҡ керҙәшлек килешеүе б‑са бында ш. уҡ даруғаның Йәлдәк улусы башҡорт‑тарының аҫаба ерҙәренә мишәрҙәрҙең яңы төркөмө килеп ултыра. 1795 й. 388 кеше иҫәпкә алынған, 1865 й. 225 йортта 1596 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 2 мәсет, училище, һыу тирмәне булған. 1906 й. 3 мәсет, 6 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. Ф.Р.Ғәниев, И.Ә.Әхәтова ошо ауылда тыуған. 

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке