АНТИОКСИДАНТТАР, антиокислаусылар, окисланыу ингибиторҙары, төрлө материалдарҙың физик‑химик һәм файҙаланыу үҙсәнлектәрен боҙоусы окисланыу процестарын әкренәйтеүсе йәки бөтөнләй сикләүсе матдәләр. А. ҡаты йәки юғары т‑рала ҡайнаусы ароматик аминдар һәм фенолдарҙан торған ҡайһы бер шыйыҡ синтетик матдәләр, ш. уҡ фосфор һәм көкөрттән сығышлы органик матдәләр (фосфиттар, фосфаттар, сульфидтар һ.б.) инә. Тәбиғи А. токоферолдар билдәле (Е витамины). А. антиокислаусы һәм комплекслы присадкалар составына инә. А. һәм уларҙың синергик тәьҫиргә эйә төрлө ҡатнашмалары минераль майҙар ыҫмалаланыуға, полимерҙар иҫкереүгә, майҙар әсеүгә, мотор яғыулыҡтарында шлам хасил булыуға ҡаршы ҡулланыла, тәбиғи А. — туйындырылмаған липидтар окисланыуына ҡаршы (күҙәнәктәрҙең биол. мембраналарын тарҡалыуҙан һаҡлай). А. аҙ миҡдарҙа (масса б‑са 0,01—3%) 300°С тиклем т‑рала файҙалы; унан юғарыраҡ т‑рала А. сифатында юғары дисперслы металдар йәки уларҙың оксидтары файҙаланыла. Башҡортостанда 20 б. 70‑се йй. алып яңы А. уйлап табыу һәм билдәле булғандарының сифаттарын яҡшыртыу б‑са тикшеренеүҙәр алып барыла. 70‑се йй. БДУ‑ла А. үҙсәнлектәрен күрһәтеүсе һәм бер үк ваҡытта хлорлы полимерҙар (поливинилхлорид, хлорланған һәм хлорсульфирланған полиэтилен) өсөн полифункциональ тәьҫирле химикат‑өҫтәмәләр, ш. уҡ диен мономерҙарының алдан полимерланыуын тотҡарлаусы булып һаналған полиенил‑, полидиенил‑ һәм аминофенолдарҙы синтезлау өсөн юғары селективлы каталитик ысул уйлап табыла (Р.Й.Биғлова, К.С.Минскер). 80‑се йй. Нефтехимия производстволары ҒТИ-нда Т‑6 маркалы реактив яғыулыҡтарын һәм поливинилхлоридтан алынған композициялы материалдарҙы стабилләштереү өсөн “Уфаоргсинтез” пр‑тиеһында өҫтәмә етештереү продукттары составына ингән феноллы ыҫмалалар нигеҙендә А. (кумилфенолдарҙың моно‑ һәм ди‑трет‑бутилсығарылмалары) синтезлау ысулдары эшләнә (Н.Г.Григорьева). ӨНИ‑лә галоидлы полимерҙар һәм полиендар өсөн 1,2,4‑триазин‑5‑он һәм уның амино‑ һәм меркаптосығарылмалары нигеҙендә универсаль А. синтезлана (Ә.К.Мәзитова, В.Х.Хәмәев). Стәрлетамаҡ синтетик каучук з‑дында (ҡара: “Каучук”) полиизопрен каучугына стабиллек биреү өсөн файҙаланылған АФА‑1 маркалы А. алыу технологияһы уйлап табыла һәм етештереүгә индерелә. 90‑сы йй. Нефтехимия һәм катализ ин‑тында токоферол һәм уның аналогтарын (ҡара: Биологик актив матдәләр) синтезлауҙың отошлораҡ ысулдары уйлап табыла. Стәрлетамаҡ нефтехимия заводында 2,4‑ди‑трет‑бутил‑, 2,6‑ди‑трет‑бутил‑ һәм метилбензилфенолдар нигеҙендә пластмасса, синтетик каучуктар, резина, күбекле резина, автомобиль бензиндары, дизель яғыулыҡтарының файҙаланыу үҙсәнлектәрен яҡшыртыу, мал аҙыҡтарының окисланыу процесын әкренәйтеү өсөн ҡулланылыусы Агидол һәм Алкофен маркалы А. 10 төрө сығарыла (башлыса феноллы). 2001 й. А. етештереү күләме 15 мең т тәшкил иткән, шуның 8,8 мең т алыҫ сит илдәргә оҙатылған, ҡалғаны м‑н БР‑ҙың һәм РФ‑тың башҡа төбәктәренең нефть эшкәртеү сәнәғәте һәм нефтехимия сәнәғәте пр‑тиелары тәьмин ителгән.

Әҙәб.: Химические добавки к полимерам / А.С.Баранова [др.]. М., 1981.

Ю.А.Сангалов

Тәрж. Ғ.Ғ.Бикбаева

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018