МУЛЛА, ауыл, 1946 й. алып Октябрьский ҡ. эсендә. Ауылға Бәләбәй өйәҙе Ҡыр‑Йылан улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1782 й. башлап билдәле (керҙәшлек килешеүе б‑са бында типтәрҙәр килеп ултырған). 1784 й., 1785 й. бында ш. уҡ шарттарҙа типтәрҙәрҙең яңы төркөмдәре килеп ултыра. 1795 й. 25 йортта 159 кеше йәшәгән, 1865 й. 130 йортта — 824 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. мәсет, тимерлек, мөгәзәй теркәлгән. Халҡы: 1906 й. — 1362 кеше; 1920 — 1907; 1939 — 1999 кеше. 1946 й. Туймазы р‑нының Мулла а/с ҡараған. Ш.Й.Ғәтиәтуллин ошо ауылда тыуған. 

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке