МӘСКӘҮ ӨЛКӘҺЕ, РФ субъекты. Көнсығыш Европа тигеҙлегенең үҙәк өлөшөндә урынлашҡан. Тверь, Ярославль, Владимир, Рязань, Тула, Калуга һәм Смоленск өлк. м‑н сиктәш. Үҙәге — Мәскәү. 1929 й. 14 ғин. ойошторолған. Составында 36 район, 77 ҡала, 70 ҡала тибындағы ҡасаба (2012). Үҙәк федераль округҡа инә. Майҙаны — 44,3 мең км2. Халҡы — 6,9 млн кеше (Мәскәүҙән тыш), ш. иҫ. 3975 башҡорт (2010). Халҡының уртаса тығыҙлығы — 154,2 кеше/км2. Халыҡтың 79,7%-ы ҡалала йәшәй; иң ҙур ҡалалары — Балашиха (215,5 мең), Химки (207,4 мең), Подольск (188 мең кеше). Милли составы (%): урыҫтар — 92,9, украиндар — 1,8, татарҙар — 0,8, белорустар — 0,5 һ.б. Ватан һуғышында (1812) Бородино янындағы алышта Өфө пехота полкы батальондары, Ырымбур драгун полкы, 1‑се башҡорт һәм 1‑се типтәр полктары ҡатнаша. Рус армияһы контрһөжүмен әҙерләгән осорҙа башҡорттар, мишәрҙәр, типтәрҙәр, Ырымбур казактары партизан отрядтары составында хәрәкәт итә. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында М.ө. БАССР‑ға “Выстрел” курсы филиалы, Клин станоктар эшләү з‑ды, Подольскиҙан С.Орджоникидзе ис. һәм “Винилпровод” з‑дтары, Серпухов ҡ. Яңы туҡыу текстиль ф‑каһы һ.б. пр‑тиелар эвакуациялана. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте һәм М.ө. Хөкүмәте араһында сауҙа‑иҡт., фәнни‑техник һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек т‑да (1996, 2006) килешеүҙәргә ҡул ҡуйылған. БР м‑н М.ө. араһында сауҙа әйләнеше 2007 й. 8,9 млрд һумдан ашыу тәшкил итә. М.ө. делегаттар Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы) эшендә ҡатнаша. Мәскәү һәм М.ө. башҡорттары берлектә ҡоролтайҙар, фестивалдәр, һабантуйҙар һ.б. саралар үткәрә. 

Г.Т.Хөсәйенова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке