МУЛДАШ, Учалы р‑нындағы ауыл, Илсеғол а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 85 км һәм Алтынташ т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 26 км алыҫлыҡта Түб. Ирәмәл й. (Мейәс й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 574 кеше; 1920 — 725; 1939 — 626; 1959 — 490; 1989 — 170; 2002 — 146; 2010 — 81 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар. Ауылға Себер даруғаһы Ҡара‑ һәм Барын‑Табын улустары башҡорттары үҙ ерҙәрендә Сөләймән исеме (тәүге төпләнеүсе Сөләймән Иштуғанов исеменән) м‑н нигеҙ һала, 1737 й. алып билдәле. 19 б. уртаһынан алып хәҙ. исемен йөрөтә (ауыл кешеләренең береһе исеменән, уның улы Абыҙгилде Мулдашев билдәле). 1795 й. 15 йортта 63 кеше йәшәгән, 1866 й. 65 йортта — 354 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 1900 й. мәсет теркәлгән. Х.О.Күсәбаева ошо ауылда тыуған. 

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке