МУЛДАҠАЙ, Учалы р‑нындағы ауыл, Илсеғол а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 74 км һәм Алтынташ т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 15 км алыҫлыҡта Мейәс й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 398 кеше; 1920 — 509; 1939 — 460; 1959 — 347; 1989 — 183; 2002 — 243; 2010 — 253 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Ауылға Себер даруғаһы Ҡара‑Табын улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1765 й. алып билдәле. Тәүге төпләнеүсе исеме м‑н аталған, уның улы Ғайса Мулдаҡаев билдәле. 1866 й. 32 йортта 272 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр, алтын приискыларында эшләгәндәр. Мәсет булған. 1900 й. шулай уҡ мәктәп, һыу тирмәне теркәлгән. 

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке