МУЛДАҠАЙ, Белорет р‑нындағы ауыл, Асы а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 148 км һәм Ҡытау-Ивановск т. юл ст. (Силәбе өлк.) К.‑Көнб. табан 65 км алыҫлыҡта Бәҙәреш й. (Ләмәҙ й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 229 кеше; 1920 — 262; 1939 — 287; 1959 — 449; 1989 — 261; 2002 — 226; 2010 — 192 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар. Ауылға Себер даруғаһы Төрөкмән-Көҙәй улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә Мулдаҡай исеме м‑н нигеҙ һала, 1737 й. алып билдәле. Тәүге төпләнеүсе исеме м‑н аталған, уның улы улус старшинаһы Әсән Муллаҡаев билдәле. Шулай уҡ Ҡулдаҡай, Төрөкмән булараҡ теркәлгән. 1865 й. 12 йортта 114 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек, урман кәсептәре м‑н шөғөлләнгәндәр. 

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке