МУЙНАҠ СӨЛӘЙМӘНОВ, Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв полковнигы. Нуғай даруғаһы Үҫәргән улусы Өмбәт а. (хәҙ. БР‑ҙың Ейәнсура р‑ны) башҡорто. Шул уҡ улустың старшинаһы. 1774 й. апр. Оло Эйек й. (Һаҡмар й. ҡушылдығы) буйындағы һуғышта подполковник И.Л.Тимашев (ҡара: Тимашевтар) тарафынан Пугачёвты тотоу өсөн ебәрелгән Ырымбур казактары һәм Ҡарғалы татарҙарынан торған отрядты ҡыйрата. Июндә Кинйәбулат Әликәшев м‑н берлектә Йылайыр ҡәлғәһен баҫып ала. Окт. Тимашевҡа килә. Ҡазан йәшерен комиссияһында тикшереү аҫтында була. 1775 й. ғин. азат ителә. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ. БР‑ҙың Ейәнсура р‑нындағы Урта, Үрге һәм Түб. Муйнаҡ аа. уның исеме м‑н аталған. 

С.У.Таймаҫов

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке