МӘМЛИЕВ Айрат Хәбиб улы (6.1. 1940, Өфө), физик. Физика‑матем. ф. д‑ры (2004). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1963) Органик химия ин‑тында, 1978 й. алып СССР ФА БФ‑тың Физика һәм матем. бүлегендә эшләй (1980 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р), 1994 й. — Молекулалар һәм кристалдар физикаһы ин‑тында (1999—2013 йй. — лаб. мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге молекулаларҙың төҙөлөшөн, физик һәм динамик үҙенсәлектәрен микротулҡынлы спектроскопия ысулы м‑н тикшереүгә арналған. Ул бик юғары аныҡлыҡ м‑н күп органик берләшмәләрҙең геом. параметрҙарын, диполь моменттарын, квадруполь тәьҫир итешеү һәм үҙәктән ситкә ҡыуылған боҙолоу константаларын билдәләгән; йомшаҡ молекулаларҙы төҙөгән өлөшсәләрҙең динамикаһын өйрәнгән, биш быуындан торған циклдарҙағы псевдоәйләнеү хәрәкәтенә тап килгән моделде тапҡан. 100-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. 2-се дәрәжә “Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” орд. миҙалы м-н бүләкләнгән (2011). 

А.А.Шапкин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке