МӨХӘРӘМОВ Миҙхәт Кәрим улы [27.4.1922, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Ергән а. (БР‑ҙың Мәләүез р‑ны) — 7.3.1993, Ҡазан], тарихсы. Тарих ф. д‑ры (1964), проф. (1967). РСФСР‑ҙың (1982), ТАССР‑ҙың (1972) атҡ. фән эшмәкәре. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Ҡазан юридик ин‑тын тамамлаған (1948). 1951 й. алып СССР ФА Ҡазан филиалының Тел, әҙәбиәт һәм тарих ҒТИ‑нда (1963—82 йй. дир.) эшләй. Фәнни хеҙмәттәре революция (1917), Граждандар һуғышы, ТР‑ҙа милли дәүләт төҙөлөшө һәм мәҙәниәт үҫеше тарихына арналған.

Х е ҙ м.: Гражданская война в Татарии. Казань, 1969; История Татарской АССР. Казань, 1980 (авторҙ.); Культурная революция в Татарии (1917—1937 гг.). Казань, 1986 (авторҙ.). 

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке