АНТИНЯН Сержик Анушаванович (5.3.1947, Октябрьский ҡ. — 4.8.1996, Күмертау ҡ.), тренер. Дзюдо б‑са РСФСР‑ҙың атҡ. тренеры (1987), самбо б‑са СССР‑ҙың спорт мастеры (1970). П.Ф.Лесгафт ис. Ленинград физик культура ин‑тын тамамлаған (1979). 1974—90 йй. “Хеҙмәт” ДСО‑һы Башҡ‑н өлкә советының самбо һәм дзюдо б‑са өлкән тренеры, бер үк ваҡытта 1979—90 йй. БАССР йыйылма командаһы өлкән тренеры, 1986—87 йй. дзюдо б‑са РСФСР йыйылма командаһы тренеры. Тәрбиәләнеүселәре араһында А.И.Тарасов, П.В.Ульянов, ш. уҡ 25‑тән ашыу СССР һәм Рәсәй спорт мастеры. 1997 й. алып Күмертауҙа йыл һайын А. иҫтәлегенә бөтә Рәсәй үҫмерҙәр турниры үткәрелә.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018