МӘЖБҮРИ КҮСКЕНСЕ, үҙенә йәки ғаиләһенең ағзаларына ҡарата көс ҡулланыу йә башҡа төрлө эҙәрлекләү арҡаһында, йәки расаһы йә милләте, дине, теле йәки ниндәй ҙә булһа социаль төркөмгә ҡарауы, йә билдәле бер кешегә йәки кешеләр төркөмөнә ҡарата дошманлыҡ кампаниялары үткәрелеүгә, киң халыҡ массаларының йәмәғәт тәртибен боҙоуына сәбәп булған сәйәси ҡараштары һөҙөмтәһендә реаль эҙәрлеклә‑ неү хәүефе аҫтында ҡалғанға йәшәгән урынын ташлап китергә мәжбүр булған кеше. Сит дәүләт терр‑яһындағы йәшәгән урынын ташлап китергә мәжбүр булған һәм РФ терр‑яһына килгән; РФ‑тың бер субъекты терр‑яһындағы йәшәгән урынын ташлап китергә мәжбүр булған һәм икенсе субъекты терр‑яһына килгән Рәсәй Федерацияһы гражданы; РФ терр‑яһында законлы нигеҙҙә даими йәшәгән һәм ҡануниәттә ҡаралған шарттар арҡаһында йәшәү урынын уның терр‑яһында үҙгәрткән сит ил гражданы йә гражданлығы булмаған кеше; элекке Совет Социалистик Республикалар Союзы гражданы булып, уның составына ингән респ. терр‑яһында йәшәгән, РФ‑та ҡасаҡ статусы алған һәм РФ гражданлығын алыуға бәйле был статусты юғалтҡан (әгәр уның ҡасаҡ статусы ғәмәлдә булған осорҙа уға РФ‑та урынлашырға ҡамасаулаған шарттар булһа) кеше М.к. тип таныла. 80‑се йй. аҙ. — 90‑сы йй. башында М.к. күбәйеүе, элекке СССР респ. соц.-сәйәси тотороҡһоҙлоҡ был кешеләрҙең статусын хоҡуҡи көйләү һәм уларға дәүләт ярҙамы күрһәтеү сараларын тормошҡа ашырыу зарурлығын тыуҙыра. 1993 й. “Мәжбүри күскенселәр тураһында” Федераль закон ҡабул ителә, Рәсәй Федераль миграция хеҙмәте ойошторола. Башҡортостанда РФ‑тың ҡасаҡтар һәм М.к. мәсьәләләре б‑са ҡануниәтен үтәү вәкәләттәрен Рәсәй Федераль миграция хеҙмәтенең БР б‑са идаралығы башҡара. 2003 й. — 7345, 2004 й. — 5414, 2009 й. 952 М.к. иҫәпләнә. М.к. милли составын һәм күсеү терр‑яларын 1‑се һәм 2‑се табл. ҡарағыҙ. Шулай уҡ ҡара: Башҡортостан Республикаһында Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил

1‑се табл.

Башҡортостан Республикаһында мәжбүри күскенселәрҙең милли составы

(2009 й. 1 ғин. ҡарата)

Милләт

Кеше

%

 

Башҡорттар

187

19,6

 

Урыҫтар 

189

19,9

 

Татарҙар

458

48,1

 

Башҡалар

118

12,4

 

 

2‑се табл.

Башҡортостан Республикаһында мәжбүри күскенселәрҙең күсеп китеү территорияһы буйынса бүленеше (кеше)

 

Китеү урыны 

2003*

2009*

 

Дағстан

5

0

 

Төньяҡ Осетия

1

0

 

Чечня

138

7

 

Әзербайжан

27

3

 

Грузия

60

16

 

Ҡаҙағстан

2420

239

 

Ҡырғыҙстан 

190

29

 

Латвия

27

3

 

Литва

9

1

 

Молдавия

25

5

 

Тажикстан

1324

179

 

Төркмәнстан

169

26

 

Үзбәкстан

2826

433

 

Украина

101

11

 

Эстония

21

0

 

Башҡа төбәктәр 

2

0

 

* Йыл башына ҡарата.

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке