МӨХӘМӘТКӘРИМ ИБРАҺИМОВ, Өфө провинцияһы типтәрҙәре, бобылдәре һәм татар дәүләт крәҫтиәндәренән Уложенный комиссия депутаты. Ҡазан даруғаһы Көсәдек а. типтәре. Комиссия ҡарамағына керҙәштәрҙе индергән өсөн башҡорттарға оброк түләүҙе бөтөрөү һәм уларҙан ер һатып алыуҙы рөхсәт итеү, эшкә кеше яллау тәртибен ябайлаштырыу, воевода вазифаһын биләү ваҡытын 2 йыл итеү, ат пошлинаһын бөтөрөү, һалымдарҙы кәметеү т‑да һ.б. наказдар тапшыра. 1767 й. авг. Туҡтамыш Ишбулатов, Әбделйәлил Мәҡсүтов һәм Яким Бекбовов м‑н берлектә И.В.Спиридовты вазифаһынан төшөрөү т‑да Сенатҡа үтенес ебәрә. 1767—68 йй. наказдарына типтәрҙәр һәм башҡорттар араһында ер бәхәстәренә ҡағылышлы өҫтәмә индерә. 1767 й. дек. Волга буйы, Урал һәм Себер халыҡтары депутаттары м‑н берлектә император һарайы камер-юнкеры Г.А. Потёмкинды үҙҙәренең опекуны итеп һайлау т‑дағы документҡа ҡул ҡуя.

Әҙәб.: Т а ш к и н С.Ф. Инородцы Приволжско-Приуральского края и Сибири по материалам екатерининской Законодательной комиссии. 2‑е изд. Казань, 1922; К у л б а х т и н И.Н., К у л б а х т и н Н.М. Наказы народов Башкортостана в Уложенную комиссию 1767—1768 гг. Уфа, 2005.

И.М.Васильев

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке