МӘҒРИФӘТСЕЛЕК, ижт.‑сәйәси ағым, вәкилдәре халыҡ араһында игелек, ғәҙеллек, ғилми белем таратыу иҫәбенә йәмғиәттәге етешһеҙлектәрҙе бөтөрөргә, әҙәпте, сәйәсәтте, көнкүреште ыңғай яҡҡа үҙгәртергә ынтыла. Башҡортостанда М. барлыҡҡа килеүенә ниндәйҙер дәрәжәлә урыҫ философияһы, урыҫ әҙәбиәте һәм мәҙәниәте йоғонто яһай. 19 б. 2‑се ярт. — 20 б. башында ижт.‑сәйәси ҡараштарҙа һәм әҙәбиәттә М. төрлө йүнәлештәрҙә сағылыш таба: тел белгестәре М.М.Биксурин, М.И.Иванов, С.Б.Күкләшев һ.б. халыҡ мәғарифын үҫтереүгә өлөш индерә, донъяуи белем биреү өсөн сығыш яһай; педагог Н.И.Ильминский урыҫ булмаған халыҡтар мәғарифы системаһын эшләй (ҡара: Башҡа милләттәр өсөн мәктәптәр), И.Е.Златоверховников Өфө епархияһы т‑да мәғлүмәттәр йыя; мосолман дин әһелдәре З.Камалетдинов, Р.Ф.Фәхретдинов һ.б. Рәсәй мосолмандарын милли тергеҙеү һәм исламды яңыртыу (ҡара: Йәдитселек) яҡлы була; шағирҙар Аҡмулла, Ш.Бабич, М.Ғафури, М.И.Өмөтбаев үҙ заманының актуаль мәсьәләләрен демократик күҙлектән ҡарай.

Әҙәб.: В и л ь д а н о в А.Х., К у н а ф и н Г.С. Башкирские просветители‑демократы XIX века. М., 1981. 

Д.М.Азаматов, Ә.Х.Вилданов

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке