МӨХӘМӘТДӘМИН, К ү н д е р ә к б а ш, У р м а н а у ы л ы, Стәрлебаш р‑нындағы ауыл, Стәрлебаш а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 5 км һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. К.‑Көнб. табан 63 км алыҫлыҡта Күндерәк й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 143 кеше; 1920 — 207; 1939 — 169; 1959 — 161; 1989 — 93; 2002 — 109; 2010 — 110 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Ауылға 1859 й. Стәрлетамаҡ өйәҙе Юрматы улусының Ҡабыҡҡыуыш а. башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсе Мөхәмәтдәмин Иҫтәрин исеме м‑н аталған. 1865 й. 20 йортта 108 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. һыу тирмәне иҫәпкә алынған. 

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке