МӨХӘМӘТ, Белорет рнындағы ауыл, Абҙаҡ а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 38 км һәм Яңы Абҙаҡ т. юл ст. К.Көнб. табан 23 км алыҫлыҡта Кесе Ҡыҙыл й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 365 кеше; 1920 — 492; 1939 — 259; 1959 — 216; 1989 — 244; 2002 — 230; 2010 — 213 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Абҙаҡ урта мәктәбе филиалы), фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана, мәсет бар. Ауылға 18 б. 1се ярт. Верхне-урал өйәҙе Тамъян улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсе исеме мн аталған, уның улдары Ҡотлогилде, Ураҙгилде һәм Мырҙагилде Мөхәмәтовтар билдәле. 1795 й. 15 йортта 87 кеше йәшәгән, 1866 й. М. (Ярсыҡбаш) 58 йортта — 282 кеше. Малсҡ, игенселек мн шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке