МӨХӘМӘТ СӘФӘРОВ, Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв полковнигы. Исәт провинцияһы Ҡара-Табын улусы Сәфәра (БР‑ҙың Учалы р‑ны) типтәре. Шул уҡ провинцияның старшинаһы. Баҙарғол Юнаев һәм Юламан Ҡушаев м‑н берлектә Исәт провинцияһында һуғыша. 1774 й. аҙ. ғәйебен танып килә. 1777 й. отставкалағы старшина. 

С.У.Таймаҫов

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке