МӨСТӘҠИМОВ Зәйнулла Мөстәҡим улы [1924, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Йомаҙыбаш а. (БР‑ҙың Шаран р‑ны) — 28.2.1945, Кёнигсберг ҡ. (Көнсығыш Пруссия) янында, Калининград өлк. Переяславское ҡсб ерләнгән], Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1942 й. алып Калинин һәм 1‑се Балтик буйы фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 2‑се гвардия армияһының 14‑се танкыға ҡаршы истребитель бригадаһы 536‑сы танкыға ҡаршы истребитель артиллерия полкының орудие тоҫҡаусыһы рядовой М. 1944 й. 18 авг. Шяуляй ҡ. (Литва) янындағы алышта күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Ленин (1945), Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) орд. м‑н бүләкләнгән. Тыуған ауылында М. һәйкәл ҡуйылған.

Әҙәб.: К у л м ы й Я. Шаранский охотник //Лицом на запад. Уфа, 1972.

Ғ.Һ.Булатов, А.Р.Вәлиуллин

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке