МӨСӘТ, Салауат р‑нындағы ауыл, Янғантау а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 12 км һәм Кропачёво т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнс. табан 41 км алыҫлыҡта Йүрүҙән й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 200 кеше; 1920 — 271; 1939 — 256; 1959 — 207; 1989 — 132; 2002 — 97; 2010 — 71 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Ауылға 18 б. 60‑сы йй. Себер даруғаһы Мырҙалар улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсе исеме м‑н аталған, уның улы Байбулат Мөсәтов билдәле. Шулай уҡ Сулпан исеме м‑н билдәле булған. 1770 й. ауылда П.С.Паллас булып киткән. 1795 й. 23 йортта 70 кеше йәшәгән, 1865 й. 26 йортта — 95 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, 2 һыу тирмәне булған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке