МӨРСӘЛИМ, Салауат р‑нындағы ауыл, Мөрсәлим а/с үҙәге; т. юл станцияһы. Район үҙәгенән К.‑Көнс. табан 50 км алыҫлыҡта Олоер й. (Әй й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 350 кеше; 1920 — 380; 1939 — 385; 1959 — 551; 1989 — 2316; 2002 — 2522; 2010 — 2203 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, участка дауаханаһы, клуб, мәсет бар. Ауылға 19 б. 1‑се ярт. Троицк өйәҙе Түбәләҫ улусының Ҡалмаҡҡол а. башҡорттары үҙ ерҙәрендә Мөрсәлим (тәүге төпләнеүсе Мөрсәлим Ҡалмаҡҡолов исеменән) утары булараҡ нигеҙ һала. 20 б. 30‑сы йй. тиклем 18 б. 2‑се ярт. нигеҙләнгән Ҡалмаҡҡол а. м‑н бергә иҫәпкә алынған. 1865 й. 36 йортта 196 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 й. мәсет, һыу тирмәне, бакалея кибете теркәлгән. 19 б. аҙ. Һамар-Златоуст (хәҙ. Көньяҡ Урал) т. юлы һалыныуға бәйле Мөрсәлим станцияһы ҡасабаһы булараҡ иҫәпкә алынған, 20 б. 80‑се йй. уға Ҡалмаҡҡол а. ҡушылған. 1989 й. хәҙ. исемен, 2005 й. хәҙ. статусын йөрөтә. 

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке