МӨРСӘК, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл, Ефремкин а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 12 км һәм Таҙлар т. юл ст. К.‑Көнб. табан 12 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 284 кеше; 1920 — 299; 1939 — 273; 1959 — 115; 1989 — 84; 2002 — 99; 2010 — 77 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Ауылға 18 б. 70‑се йй. Нуғай даруғаһы Дыуан-Табын улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсе исеме м‑н аталған, уның улы Аллағол Мөрсәков билдәле. 1795 й. 8 йортта 63 кеше йәшәгән, 1865 й. 31 йортта — 165 кеше. Малс‑ҡ, умарт‑ҡ, игенселек, урман кәсептәре м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 й. бакалея кибете теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке