МӨҠСИН, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл, Һәүәләй а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 15 км һәм Ҡарлыман т. юл ст. Т. табан 5 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 390 кеше; 1920 – 386; 1939 – 566; 1959 – 497; 1989 – 260; 2002 – 211; 2010 – 204 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). 

 Ауылға Нуғай даруғаһы Бишул-Табын улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1760 й. алып билдәле. 1865 й. М. (Ҡаҙаҡҡол) исеме м‑н теркәлгән, 37 йортта 198 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище, 2 һыу тирмәне булған. Шулай уҡ Ҡаҙаҡ, Манһаҙы, Иҙелауыл булараҡ билдәле була. 1906 й. мәсет, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. З.М.Рәйемғужина ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке