АНТЕЙ (Chazara persephone), күбәләктәр отрядының бархатницалар ғаиләһенә ҡараған бөжәк. Көньяҡ‑көнсығыш Европанан һәм Көньяҡ Уралдан алып Көнбайыш Себергә һәм Алтайға тиклем таралған. Ҡанаттарының ҡоласы 7 см тиклем, өҫкө яғы шәмәхә һымаҡ ҡуйы көрән (алғы ҡанаттары һеңерсәләр м‑н бүленгән сағыу аҡ таплы, артҡылары яҫы аҡ һыҙатлы), аҫҡылары ҡатмарлы сыбар һүрәтле. Ҡарышлауығы йәшел йәки һарғылт, ҡара буй һыҙатлы, ҡыяҡлыларҙа үҫешә. Күбәләктең осоп сығыу ваҡыты июль—авг., көндөҙ әүҙем. Башҡортостандың далалы райондарында осрай. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

В.А.Книсс, М.Ғ.Миһранов

Тәрж. М.Н.Моратшина

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018