МӨҠСИН МӘҘИЙӘРОВ, Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв полковнигы. Ҡазан даруғаһы Урман-Гәрә улусы Мәсәғүт а. (хәҙ. БР‑ҙың Яңауыл р‑ны) башҡорто. Ейән Ҡуштанов һәм Әҙел Әшмәнев м‑н берлектә Ҡазан һәм Уҫы даруғаларында һуғыша. 1774 й. окт. уртаһында “тоғро” старшина Рахманғол Иртуғанов отряды тарафынан әсиргә алына. Нояб. аҙағынан Ҡазан йәшерен комиссияһында тикшереү аҫтында була. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.

С.У.Таймаҫов

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке