МӨКӘЙ, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл, Яңы Ҡыйышҡы а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 12 км һәм Таҙлар т. юл ст. Көнб. табан 8 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 250 кеше; 1920 — 419; 1939 — 480; 1959 — 457; 1989 — 290; 2002 — 356; 2010 — 259 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар. Ауылға 18 б. уртаһында Нуғай даруғаһы Дыуан‑Табын улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсе сотник Мөкәй Күләев исеме м‑н аталған. 1795 й. 14 йортта 52 кеше йәшәгән, 1865 й. 35 йортта — 192 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ, урман кәсептәре м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 й. бакалея кибете теркәлгән. 

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке