МӨЙТӘН БЕЙ, башҡ. ханы, үҫәргән ырыуы башлығы. Шәжәрәлә яҙылыуынса, башҡ. халҡы вәкиле булараҡ М.б. Сыңғыҙхан тарафынан ҡабул ителә (яҡынса 1219 й. йәйендә, Сыңғыҙхан үҙ армияһы м‑н Көньяҡ Себер далаларында булған саҡта) һәм Ағиҙел, Тубыл, Ишем (Иртышҡа тиклем) йй. басс. буйҙа‑ рындағы, Яйыҡ й. (ҡушылдыҡтары м‑н бергә) үрге ағымындағы улустарҙы биләүгә ярлыҡ ала. М.б. улусы биләмәләре 9 б. — 13 б. башындағы тарихи Башҡортостан терр‑яһы м‑н тулыһынса тап килгән. 

Н.А.Мәжитов

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке