МОТАЙ, Мәләүез рнындағы ауыл, Һарыш а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Мәләүез т. юл ст. Көнс. табан 38 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 184 кеше; 1920 — 367; 1939 — 255; 1959 — 229; 1989 — 137; 2002 — 152; 2010 — 153 кеше. Башҡорттарйәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб бар. Ауылға 18 б. 2се ярт. НуғайдаруғаһыҠыпсаҡ улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙһала. Тәүге төпләнеүсенең исеме мн аталған, уның улы Шәкәр Мотаев билдәле. Шулай уҡ Тимәк исеме мн теркәлгән. 1795 й. 12 йортта 81 кеше йәшәгән, 1865 й. 30 йортта — 108 кеше. Малсҡ, игенселек мн шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. 1900 й. тиклем бында мишәрҙәр килеп ултырған. А.М.Моратшин ошо ауылда тыуған. 

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.