МОСТОВЕНКО Павел Николаевич (10.5.1881, Пермь губ. Уҫы өйәҙе — 15.3.1938), совет партия-дәүләт эшмәкәре. 1901 й. алып РСДРП ағзаһы. Ҡазан гимназияһын (1899), Петербург политехник ин‑тын (1916) тамамлаған. 1905—07 йй. революцияла һәм революцияла (1917) ҡатнаша. РСДРП‑ның 5—6‑сы съездары делегаты. 1917 й. Петроград Эшсе депутаттары советы, Мәскәү ХРК ағзаһы, большевиктарҙан Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышына депутат. 1919 й. башлап РКП(б) ҮК һәм Бөтә Рәсәй ҮБК‑ның АСБР‑ҙағы ғәҙәттән тыш вәкиле, РКП(б)‑ның Өфө губерна ком‑ты секретары, БашҮБК Президиумы ағзаһы. 1921 й. алып РСФСР‑ҙың Литвала һәм Чехословакиялағы тулы хоҡуҡлы вәкиле. 1923 й. башлап партия-хужалыҡ эшендә. 1929 й. алып Н.Э.Бауман ис. Мәскәү юғары техник уч‑щеһы ректоры, артабан РСФСР ХХС‑ының Берлиндағы вәкиле. 1934 й. башлап Ауыр сәнәғәт ХК‑ның Юғары академик курстары (Мәскәү) директоры. Репрессиялана (1937). 1955 й. аҡлана.

Ғ.Д.Ирғәлин

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.