МОСТАФА, Баҡалы р‑нындағы ауыл, Мостафа а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 23 км һәм Туймазы т. юл ст. Т. табан 62 км алыҫлыҡта Саҡат й. (Сөн й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1369 кеше; 1920 — 1839; 1939 — 1685; 1959 — 1590; 1989 — 1031; 2002 — 985; 2010 — 821 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар. Ауылға 18 б. аҙ. Бәләбәй өйәҙе Ҫарылы‑Мең улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Шул уҡ өйәҙҙең Ҡаңлы улусы башҡорттары м‑н төҙөлгән керҙәшлек килешеүе б‑са бында һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күскән яһаҡлы татарҙар килеп ултырған. 1795 й. 23 йортта 70 кеше йәшәгән, 1865 й. 111 йортта — 653 кеше. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище, 7 һыу тирмәне булған. 1906 й. 2 ауыл теркәлгән: 1‑се М. (726 кеше; мәсет, бакалея кибете, мөгәзәй булған) һәм 2‑се М. (824 кеше; мәсет, бакалея кибете, мөгәзәй). 30‑сы йй. алып улар хәҙ. исем м‑н бергә иҫәпкә алына. А.Й.Әхмәтгәрәев ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке