МОСТАФА, Стәрлебаш р‑нындағы ауыл, Аллағыуат а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 38 км һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. К.‑Көнб. табан 55 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 294 кеше; 1920 — 295; 1939 — 276; 1959 — 262; 1989 — 173; 2002 — 205; 2010 — 184 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар. Ауылға Нуғай даруғаһы Юрматы улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1761 й. алып билдәле. Тәүге төпләнеүсенең исеме м‑н аталған, уның улы Байғужа Мостафин билдәле. 1795 й. 10 йортта 63 кеше йәшәгән, 1865 й. 47 йортта — 235 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. 1906 й. мәсет, һыу тирмәне иҫәпкә алынған. 

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке