АНТГЕЛЬМИНТИКТАР, ветеринарияла: хайуандарҙы гельминттарҙан ҡотолдороу өсөн ҡулланылған дарыу матдәләре. А. химик (органик, органик булмаған) һәм биол. төркөмдәргә бүленә. Органик булмаған А. кремнийлы-фторлы натрий, марганцовкалы калий, мышаяҡлы марганец, углекислый баҡыр һ.б. ҡарай, органиктарға — медиатрин, пиперазин, тиобендазол, фенасал, фенотиазин һ.б., биол. — авермектиндар (ивомек плюс, ивомек премикс), антибиотиктар (ауреомицин, гигроветин, террамицин һ.б.), ферменттар (папаин). А. сифатында ш. уҡ ҡайһы бер үҫемлектәр (бейек андыҙ, еҙтөймә, пиретрум, һаҙ һаҙанағы, һарымһаҡ, әрем һ.б.) ҡулланыла. Тәьҫир итеү һайлаусанлығы б‑са А. трематодаға, нематодаға һәм цестодаға ҡаршы сараларға бүленә. А. тәьҫир итеү көсө уларҙың химик составына, физик үҙсәнлектәренә, һурылыу һәләтенә, ш. уҡ хайуандың төрөнә, йәшенә һәм хәленә, паразиттың үҫеү стадияһына һәм уның организмда тупланыу урынына бәйле. А. инъекциялар, ингаляциялар, клизмалар рәүешендә ҡулланыла. Башҡортостанда А. өйрәнеү һәм производствоға индереү 20 б. 70‑се йй. башлана. БАХИ‑ла Х.Ғ.Нурхәмитов, Р.Н.Сәмиғуллин, Ғ.З.Хәзиев, Х.В.Әйүпов ҡайһы бер А. (гигроветин, гигромицин, баҡыр купоросы һ.б.) һөҙөмтәлелеген өйрәнә. Был А. һынауҙар Баймаҡ (“Ирәндек” с‑зы), Учалы, Әлшәй (“Родина” к‑зы) һ.б. р‑н хужалыҡтарында үткәрелә. 1971 й. Башҡ‑н ғилми-производство ветеринария лаб. медиатрин һәм фенасал сығарыу үҙләштерелә. 70‑се йй. Г.А.Толстиков етәкс. (ҡара: Органик химия институты) Р.Б.Вәлитов, Ғ.Ғ.Ғарифйәнов, Р.Н.Заһиҙуллин, Н.И.Николаев (ҡара: “Каустик”) илдә тәүге тапҡыр пиперазин гексагидратын етештереүҙең ресурстарҙы һаҡлаусы технологияһын эшләй һәм индерә. 90‑сы йй. башында В.С.Пилюгин (Гербицидтар һәм үҫемлектәрҙеңүҫеүен көйләгестәр институты) етәкс. ацетамизол, артемид‑2, артемид‑6 алыу технологияһы булдырыла, ацетамизол алыу өсөн тәжрибә ҡулайламаһы конструкцияһы эшләнә, унда респ. хужалыҡтары өсөн был препарат 5 т ашыу етештерелә. Гербицидтар һәм үҫемлектәрҙең үҫеүен көйләгестәр технологик ҒТИ‑нда ш. уҡ алмаштырылған 2‑аминобензимидазолдарҙың антгельминтлы һәм ағыулы үҙсәнлектәренең уларҙың структураһына бәйлелеге өйрәнелә, айырыуса перспективалы А. алыу технологиялары эшләнә. 2000 й. “Каустик” ЯАЙ‑нда гексахлорпараксилол нигеҙендә препараттар сығарыу үҙләштерелә. Хужалыҡтарҙы А. м‑н тәьмин итеүҙе “Башзооветснаб” ДУП‑ы тормошҡа ашыра.

Әҙәб.: Насырова И.И., Самигуллин Р.Н., Хазиев Г.‑Г.З. Мероприятия по борьбе с основными инвазионными болезнями сельскохозяйственных животных в хозяйствах Башкирской АССР. Уфа, 1981; Мовсумзаде Э.М., Удовенко И.Ф., Кузнецова Л.В. Химия и технология средств защиты растений. Уфа, 1998; Пилюгин В.С. Синтез и биологическая активность производных 2‑аминобензимидазола. М., 2003.

Р.Н.Сәмиғуллин

Тәрж. М.Н.Моратшина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.