МОСТАФА, Ауырғазы р‑нындағы ауыл, Батыр а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 8 км һәм Аҡкүл т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 23 км алыҫлыҡта__Күҙйылға й. (Ағиҙел й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1161 кеше; 1920 — 1689; 1939 — 1417; 1959 — 1010; 1989 — 565; 2002 — 503; 2010 — 432 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 1742 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Нуғай даруғаһы Меркет‑Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә яһаҡлы татарҙар нигеҙ һала. 1760 й. бында шундай уҡ шарттарҙа ш. уҡ улустың Ҡарамалы (Иҫке Ҡарамалы) һәм Ҡарамалыбаш аа. яһаҡлы татарҙары (улар араһында старшина Мостафа Дүсмәтов булған, ауыл уның исеме м‑н аталған), ш. уҡ даруғаның Кәлсер-Табын, Тамъян һәм Юрматы улустары башҡорттары, 1795 й. — Ҡа‑ зан губернаһынан хеҙмәтле татарҙар, 1811 й. — Түб. Новгород губ. яһаҡлы татарҙар килеп ултыра. 1795 й. 18 йортта 98 кеше йәшәгән, 1865 й. 70 йортта — 528 кеше. Игенселек, малс‑ҡ, урман кәсептәре м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. 1906 й. 2 мәсет, мәктәп, 3 бакалея кибете, 2 мөгәзәй теркәлгән. 

М.Х.Сафин, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке