МОСОЛОВТАР, М а с а л о в т а р, завод хужалары, сауҙагәрҙәр. Тула тимерселәренән. Нәҫелде башлап ебәреүсе — Перфилий М. (?—1755). Уның улдары: Алексей Перфилье‑ вич М., Тула ҡорал контораһы расходсыһы; Максим Перфильевич М. (яҡынса 1693 — 25.8.1766, Тула ҡ.), Иван (Ҙур) Перфильевич М., Иван (Кесе) Перфильевич М. (яҡынса 1704—1777), 1754 й. Зла‑ тоуст (Косотур) заводын төҙөй башлай. Аталары улдары м‑н Архангел, Мышега, Непложа, Түб. Шаня, Шаня (бөтәһе лә — Мәскәү губ.), Бытош (Белгород губ.), Шурма (Ҡазангуб.) тимер етештереү з‑дтарын, Златоуст, Ҡананикольск заводтарын һ.б. төҙөй һәм уларҙың хужаһы була, П.И.Осокиндан (ҡара: Осокиндар) Наҙы-Петровск заводын һатып ала. 1755—60 йй. мөлкәтте бүлгәндән һуң Максим Перфильевичҡа Мышега, Шурма, Златоуст з‑дтары, Иван (Ҙур) Перфильевичҡа — Наҙы- Петровск з‑ды [1762 й. уны М.С.Мясниковҡа (ҡара: Мясников‑ тар) һата], Иван (Кесе) Перфильевичҡа Бытош, Ветминск (Белгород губ.) з‑дтары тейә. Үрге Өпәле (ҡара: Өпәле заводтары), 1772 й. Суховяз тимер етештереү з‑дына [икеһе лә Крәҫтиәндәр һуғышында (1773— 75) емертелә] нигеҙ һала. Алексей Перфильевичтың улдары: Иван Алексеевич М. (яҡынса 1733—?) һәм Григорий Алексеевич М., Ҡананикольск з‑дын (1773—75 йй. Крәҫтиәндәр һуғышында емертелә) мираҫ итеп ала, һуңынан ул Иван Алексеевичҡа күсә, ул 1777 й. заводты аяҡҡа баҫтыра. Максим Перфильевичтың улы Василий Макси‑ мович М., мираҫҡа Златоуст з‑дын ала һәм 1769 й. уны Л.И.Лугининға (ҡара: Лугининдар) һата. Иван (Кесе) Перфильевичтың улдары: Семён Иванович М. һәм Иван Ивано‑ вич М., Өпәле һәм Суховяз з‑дтарына хужа булалар, 1776 й. һәм 1789 й. уларҙы аяҡҡа баҫтырып, 1792 й. М.П.Губинға (ҡара: Губиндар) һаталар. 

Н.М.Ҡолбахтин

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке