МОСОЛОВ Георгий Константинович (3.5.1926, Өфө), лётчик, полковник. Советтар Союзы Геройы (1960). СССР‑ҙың атҡ. һынаусы лётчигы (1967), СССР‑ҙың атҡ. спорт мастеры (1965). Чугуев хәрби авиация уч‑щеһын (1948), Офицерҙарҙың юғары авиация-инструкторлыҡ мәктәбен (Грозный, 1949), һынаусы лётчиктар мәктәбен (Жуковский ҡ., 1953), Мәскәү авиация ин‑тын (1959) тамамлаған. 1944 й. алып Совет Армияһында. Герой исеменә подполковник М. яңы авиация техникаһын уңышлы һынағаны өсөн лайыҡ була. Запасҡа сыҡҡандан һуң (1966) Юғары комсомол мәктәбендә эшләй, 1978—92 йй. сит илдә “Аэрофлот— Совет авиалиниялары” производство- коммерция берекмәһе вәкиле була. СССР‑ҙың Хоккей федерацияһы рәйесе (1969—73). Ленин (1957, 1960), Ҡыҙыл Йондоҙ (1961) орд. м‑н бүләкләнгән.

Ғ.Һ.Булатов, А.Р.Вәлиуллин

Тәрж. М.Х.Хужин

Илл.: Г.К.Мосолов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.