МОСОЛМАНДАР АРАҺЫНДА ГРАЖДАНЛЫҠ ИДЕЯЛАРЫН ТАРАТЫУ КОМИТЕТЫ, 1917 й. 3 мартында Өфө ҡ. мосолман халҡы араһында гражданлыҡ идеяларын таратыу бюроһы булараҡ ойошторола, 9 мартта комитет итеп үҙгәртелә. Өфөлә идараһы (15 кеше) һәм Өфө губернаһының өйәҙ үҙәктәрендә бүлексәләре була. Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышын саҡырыу, Рәсәйҙе демократик респ. тип иғлан итеү, мосолмандарға милли-мәҙәни автономия биреү, төрки-татарҙарҙың берлеге өсөн сығыш яһай. 1‑се Өфө губерна мосолман съезын ойоштора (1917 й. 14—17 апр.). Өфө губерна мосолман съезында Милли шура ойошторолғас, эшмәкәрлеген тамамлай. Идара рәйесе — Ғ.Х.Тереғолов.

Әҙәб.: М о р д в и н ц е в Г.В. Март 1917 года в Башкирии (Хроника событий). Уфа, 1997.

Г.В.Мордвинцев

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.