МОСОЛМАН ХӘРБИ-РЕВОЛЮЦИОН КОМИТЕТЫ, Ы р ы м б у р  г у б е р н а  м о с о л м а н  х ә р б и - р е в о л ю ц и о н  к о м и т е т ы, 1918 й. 15 февр. Ырымбур ҡ. Ырымбур губерна хәрби-революцион комитеты ярҙамында ойошторола. Уның составына эшселәр ойошмаларынан, Ырымбур мосолман хәрби ком‑тынан, большевиктарҙан һәм һул эсерҙарҙан вәкилдәр (бөтәһе 15 кеше) инә. М.х.‑р.к. 17 февр. Ырымбур губерна ХРК күрһәтмәһе б‑са Башҡорт мәркәз шураһын һәм Башҡорт хөкүмәтен ҡулға алырға тәҡдим итә. 1918 й. март уртаһында Ырымбур губерна мосолман комиссариаты итеп үҙгәртелә. Ком‑т етәкселәре: Б.Я.Нуриманов, К.Ә.Хәкимов, Ғ.К.Шәмиғолов

М.М.Ҡолшәрипов

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.