МОСОЛМАН ХӘРБИ ШУРАҺЫ, Б ө т ә Р ә с ә й  м о с о л м а н  х ә р б и  ш у р а һ ы, Х ә р б и  ш у р а, Рәсәй армияһында мосолмандарҙың үҙидара органы. 1917 й. 19 июлендә Ҡазан ҡ. үткән 1‑се Бөтә Рәсәй хәрби мосолман съезында (ҡара: Мосолман съездары) армияла мосолман һалдаттарын айырым частарға күсереү юлы м‑н мосолман хәрби берләшмәләре ойоштороу өсөн төҙөлә. Ҡазанда урынлаша. Шураға армиялар, хәрби округтар, флот, айырым хәрби частар вәкилдәре, съезда һайланған 12 бойондороҡһоҙ ағза ингән. Шура бүлексәләре Мәскәүҙә, Өфө, Ырымбур ҡҡ. һәм Петроградта Бөтә Рәсәй мосолман шураһы ҡарамағында ойошторолған. Генерал Л.Г.Корнилов фетнәһен баҫтырыуҙа әүҙем ҡатнашҡандары өсөн Ваҡытлы хөкүмәт 1917 й. сент. М.х.ш. Румын һәм Кавказ фронттарында мосолман корпустарын һәм бер нисә запас полк ойошторорға рөхсәт бирә. 1918 й. ғин. Шура Ырымбурҙа — 1‑се, Өфөлә — 2‑се, Бәләбәй ҡ. — 6‑сы мосолман уҡсылар полктарын ойоштора; полк, дивизия, корпус, гарнизон һ.б. ҡарамағында 300‑ҙән ашыу мосолман хәрби ком‑ттары барлыҡҡа килә. 2‑се Бөтә Рәсәй хәрби мосолман съезын (1918, Ҡазан) уҙғарғанда М.х.ш. ағзалары Д.Алкин, И.С.Алкин, Й.Мозафаров, У.Тоҡомбәтов совет власы органдары тарафынан ҡулға алына. Быға яуап итеп Шура Ғ.Монасипов етәкс. Ҡазанда “Болаҡ аръяғы республикаһы” исеме аҫтында Мосолман революцион штабын ойоштора. Ҡыҙыл Армия частары м‑н бәрелештә М.х.ш. мосолман берләшмәләре таралып бөтә. Ҡулға алынғандар Шура һәм Ҡазан ХКС‑ы килешеүе б‑са азат ителә, М.х.ш. Урал-Волга штатын ойоштороу б‑са артабан бер ниндәй ҙә аҙым яһамаҫҡа һүҙ бирә. РСФСР Милләттәр эштәре буйынса халыҡ комиссариатының 1918 й. 24 мартындағы декреты м‑н Шура бөтөрөлә. М.х.ш. рәйесе — И.С.Алкин. Баҫма органы — “Известия мусульманского военного шуро” (“Мосолман хәрби шураһы хәбәрҙәре”; Ҡазан, 1917 й. окт. — 1918 й. февр.) гәзите.

Әҙәб.: И с х а к о в С.М. Российские мусульмане и революция (весна 1917 г. — лето 1918 г.). М., 2004. 

Р.С.Таймаҫов

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.